Төшөмлө кәсеп

Эшҡыуарлыҡ—аҡыл һәм көсөргәнешлелекте талап иткән яуаплы шөғөл. Ил эсендә ниндәй генә үҙгәрештәр бармаһын, был  кәсепкә тотонғандар яуап­лылыҡты үҙ иңендә күтәрә. Алдағы маҡсатыңа табан ныҡышмалы аҙымдар менән бар­һаң, ҡаршылыҡтар ҙа кесерәйеп ҡалғандай. Бәғзе берәүҙәргә билдәле бер эш менән шөғөлләнеп, шуның өсөн аҡса алыу ҡулайлы булһа, икенселәр ялланып тир түгеүҙе хуп күрә, кемдер бөтөнләй эшләүҙе өнәмәһә, тәүәккәлдәр киләсәкте тойоп үҙ эшен аса һәм унан файҙа алырға ынтыла. Илдә бизнес менән шөғөлләнеү бик еңелдән түгел. Кемдер эште алып барыу өсөн  ни бары башланғыс капиталдың етерлек булыуы кәрәк тип уйлай. Төрлө  документтар  артынан йөрөп-йөрөп хәле бөткәндәр ахырҙа ҡул  да һелтәп ҡуя. Һалымдар һәм башҡа түләүҙәр, күҙәтеү органдарының күп булыуы ла кире роль уйнай. Эшҡыуарлыҡты велосипедта йөрөү менән тиңләргә мөмкин. Туҡтаһаң —мотлаҡ йығылаһың. Бына шундай үҙенсәлекле кәсеп ул. Уны бары тик тырыштар ғына үҙ итә. Эшҡыуарлыҡ—заман талабы. Шуға күрә рухлы, ныҡышмал  кешеләр был  өлкәне һайлай. Уларҙың бар уй-маҡсаты — заман иҡтисады тулҡындарында түңкәрелмәй ҡалыу.

Дауамы...

Милли кейем — ғорурлыҡ


Мәктәп йыя осар ҡоштарын

Йөрәктәрҙе шатлыҡ-һағыштарға сорнап белем усаҡтарында “Һуңғы ҡыңғырау” тантаналары үтте. Мәктәпте тамамлаусыларға айырыуса иҫтәлекле был көн.Ҡыҙҙар һәм егеттәргә тыуған йортона әйләнгән аң-белем донъяһы, класташтары менән айырылышыу  ни тиклем ауыр икәнлеген уларҙың бер мәлгә етдиләнеп киткән йөҙҙәренән дә күрергә мөмкин. Балаларының үҫеп буй еткереүен, үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫырға йыйыныуын күреү ата-әсәләр өсөн айырыуса ҡыуаныслы. 
Беҙҙең Абҙан мәктәбендә лә тантана шаулап-гөрләп үтте.  Бар ерҙә йәнлелек, күңелле йыр-моң ағыла. Белем утрауында йәшлек тантана итә. 
Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары йыры күптән инде сығарылыш класс уҡыусыларының гимнына әйләнгән. Ошо йырҙы башҡарып, ҡулға-ҡул тотоношоп  килеп сыҡҡан 11-се класс уҡыусыларыбыҙ—Хәсәнов Ислам, Яҡшымбәтова Вилиә, Мусина Гүзәл, Кинйәбулатов Рәлифте алҡышлап ҡаршыланылар. Уларҙы үҙ балаларылай күреп торған класс етәксеһе—Таһир Мөхәмәтйәнов иң ҡәҙерле һүҙҙәрен, йөрәктән сыҡҡан ихлас теләктәрен еткерҙе.  Уҡыусылары менән бергә ул  да шатлыҡ кисерә, уңыштарынан ғорурлана ла: тырышып уҡынылар ҙа, төрлө саралар ҙа әүҙем ҡатнаштылар. Бөгөн улар тормоштоң мөһим баҫҡысы алдында. Көн дә уларҙы мәктәпкә саҡырып, оҙатып ҡалған көмөштәй саф тауышлы ҡыңғырау улар өсөн яңғырай. Мәктәп директоры Хәлисә Кинйәғолованың һүҙҙәрендә етәксе генә түгел, хәстәрлекле әсә тауышы ла яңғыраны. Ҡыҙҙар һәм егеттәрҙең бәхетле минуттарын уртаҡлашырға район хакимиәте башлығы урынбаҫары Миләүшә Мырҙағәлина, Абҙан ауыл биләмәһе башлығы Динара Хәсәнова,  балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә бар ғүмерен арнаған педагогик хеҙмәт ветерандары—РФ мәғариф алдынғыһы Хисаметдин Искәндәров, БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Нәсиә Йосопова килде. Ҡотлау һүҙҙәрендә иң изге теләктәр, үҙ аллы юлға 
фатиха бирелде. Миләүшә Гайдар ҡыҙы уҡыуҙа ла, йәмәғәт эштәрендә лә һынатмағандарға район мәғариф бүлегенең Маҡтау ҡағыҙҙарын тапшырҙы. Ҡыңғырау биреү хоҡуғы 11-сене тамамлаусы Хәсәнов Исламға һәм киләһе уҡыу йылында белем иленә аяҡ баҫасаҡ Хәсәнов Әлмирға бирелде. Байрам барышында сығарылыш класс уҡыусылары шиғырҙар, йырҙар башҡарҙы. Кескәйҙәр иһә апай-ағайҙары кеүек булырға һүҙ бирҙе, үҙҙәренең һөнәрҙәрен күрһәтте. 9 сылар ҙа ситтә ҡалманы. Быйыл 16 уҡыусы ҡулына урта дөйөм белем хаҡында аттестат аласаҡ. Улар иһә, үҙ сиратында, мәктәп коллективына рәхмәтен еткерҙе.
Бала саҡ хыялдары менән хушлашып, оло тормош юлына аяҡ баҫыусы ҡыҙҙар һәм егеттәрҙең киләсәктәге изге булһын.
Әлфинә Ҡунаҡбаева,
тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары.
 
2016-05-27 17:57:43 

Бәхет йылмайҙы

Алдан хәбәр ителгәнсә, 26 май  иртәнге сәғәт 12-лә автомобиль эйәләре араһында уҙған, “Бәхетле авто” конкурсы еңеүселәре асыҡланды. Был юлы лото-уйында гәзитебеҙгә 2016 йылдың икенсе ярты йыллығына яҙылыусылар ҡатнашты. Район хакимиәте янындағы майҙансыҡҡа килеү — тағы бер шарт ине. Шулай итеп, сираттағы еңеүселәребеҙ автомобиль өсөн кәрәкле әйберҙәргә эйә булды. Улар:
Гөлсөм Ибраһимова,  Архангел ауылы;
Вәлийән Дәүләнов,  Архангел ауылы; 
Гөлсирә Мөхәмәтдинова, Максим Горький ауылы;
Рәйлә Баһауетдинова,  Заһит ауылы. 
Үҙ хәбәрсебеҙ.
 
2016-05-27 16:26:01 

Йортҡа – яңы ҡыйыҡ

Башҡортостанда 2014 – 2043 йылдар­ҙа күп фатирлы йорттарҙа дөйөм мөлкәтте капиталь ремонтлау буйынса республика программаһы тормошҡа ашырыла. Күп фатирлы йорттарҙа уртаса 30 йылға бер (шулай уҡ 15-20 йылға бер һайлап алып) капиталь ремонт үткәрелергә тейеш. Уға электр, йылылыҡ, газ, һыу менән тәьмин итеү, һыу таратҡыс, лифтты алмаштырыу йәки ремонтлау, ҡыйыҡ, подвал, фасад һәм күп фатирлы йорттоң нигеҙен ремонтлау инә. Федераль һәм төбәк закондарына ярашлы, һәр бер торлаҡ хужаһы капиталь ремонт фондына аҡса күсерергә бурыслы. 
– Ошо көндәрҙә Архангел ауылының Совет урамы 61-се йортонда ҡыйыҡ башына (һүрәттә) капиталь ремонт  башланды, уға 1 554 511 һум аҡса бүленде. Күп фатирлы йорт 2000 йылда сафҡа индерелгәйне, унда барыһы 24 фатир бар. Ҡыйыҡ башындағы иҫке таҡталар – яңыға, серегән шифер ҡатламы профнастилгә алмаштырыласаҡ. Планға ярашлы, дөйөм эштәр 31 авгусҡа тулыһынса тамамланасаҡ,- тип белдерҙе райондың төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы мөдире Семен Дунаев. 

А.Йәғәфәров.
 
2016-05-27 16:16:17 

Һабанда һайрашмаһаң, ырҙында ыңғырашырһың

Мишкә районында “Ауыл хужалығы    производствоһының   тракторсы-машинисы” һөнәрен үҙләштереүселәр араһында республика олимпиадаһы үтте. 
Быйыл бәйгелә урта махсус уҡыу йортонда белем алған 42 студент, шул иҫәптән райондан Ауырғазы күп профилле колледжының Архангел филиалында белем алыусы Фидан Ғәйнетдинов (мастеры – Ф.Ф.Бәҙрәнов) ҡатнашты. Ул МТП-ың техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау буйынса бүлектең икенсе курсында уҡый. 
Өс көн дауамында үткән олимпиадала йәш механизаторҙар теория һәм юл-хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса белемдәрен тикшерҙе, шулай уҡ практик күнекмәләрҙә үҙҙәрен һынаны.
– Ғәмәли өлөш бураҙнаның тәрәнлеге, киңлеге, тигеҙлеге, һөрөнтө ерҙең тышҡы күренеше, тупраҡты әйләндереп һалыу сифатын тикшереүгә ҡоролғайны. Жюри ағзалары был эште туғыҙ критерий буйынса 10 балға тиклем баһаланы. Ваҡытҡа һөрөү талабы ҡуйылманы, механизаторҙарға агрегатты үҙҙәре теләгәнсә көйләү форсаты бирелде,- ти Ауыр­ғазы күп профилле кол­леджының Архангел филиалы мастеры Филүс Бәҙрәнов. – Конкурсанттарҙың барыһы ла яҙғы баҫыу эштәрендә әүҙем  ҡатнашҡан. Тракторсы тигәс тә, уҡыусыларҙың һөнәр өйрәнеүе тик был техникаға ғына  ҡағылмай,  ғөмүмән, улар ауыл хужалығы тармағындағы барлыҡ транспорт сараһы менән идара итергә өйрәнә. 
Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса Фидан Ғәйнетдинов бәйгелә 16-сы урын яуланы.
Альберт Рәхимов.
 
2016-05-2720 16-05-27  

Страница 1 из 207